Текст песни Ziliya Bahtieva, ZAINETDIN - Halkyma

  • Исполнитель: Ziliya Bahtieva, ZAINETDIN
  • Название песни: Halkyma
  • Дата добавления: 14.03.2026 | 17:32:19
  • Просмотров: 2
  • 0 чел. считают текст песни верным
  • 0 чел. считают текст песни неверным

Текст песни

Йөрәгемдең түрендә
Халҡымдың рухи мираҫы
Уралымдың ҡырҙары
Башҡорт халҡының йырҙары

Яратам мин халҡымды

Һоҡланам мин халҡымдың
Нәзәкәтле һылыуҙарына
Бер ерҙә лә һынатмаҫ
Көслө рухлы батырҙарына

Яратам мин халҡымды

Бәхетлемен тыуғанға
Ғәзиз Башҡортостанымда
Бар йөрәктән һоҡланам
Тырыш һәм көслө халҡыма

Яратам мин халҡымды

Сал тарихлы Уралдан
Салауат,Аҡмулланан
Дәртле тырыш көслө рухлы
Батырҙарҙан көс алам

Илем телем халҡым тип
Ҡулына ҡорал алған
Яуҙарҙа һынатмаған һәм
Тыуған илен һаҡлаған

Сал тарихлы халҡымдан
Һаман да мин көс алам
Ата бабам йолаларын
Йырҙарын мин яратам

Башҡорт халҡы дауам итер
Рухлы йәштәр барында
Башҡортостан сәскә атыр
Барыһы һинең ҡулыңда

Все тексты Ziliya Bahtieva, ZAINETDIN >>>